logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Баймакская детская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail: baimaklibdo@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-42

110 лет со дня рождения Саляха Кулибая

СәләхКулибайға110йыл #СәләхКулибайкөндәре Шағир, прозаик, драматург Сәләх Кулибай(Сәләх Ғәбит улы Кулибаев) 1910 йылдың 2 июлендә Әбйәлил районы Таһир ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бик йәшләй етем ҡалған (1924-1925 йылдарҙа Темәс балалар йортонда тәрбиәләнә тип яҙалар, ә туғандары инәй ҡараны- тип әйтәләр). 1924-1925 йылдарҙа Түбә руднигының фабзавучында уҡый, аҙаҡ приискыларҙа эшләй. Был осорҙа ул ижад эше менән актив шөғөлләнә, өлкә гәзит-журналдарҙа шиғырҙары күренә башлай. С. Кулибайҙың әҙәбиәткә яҡынлашыуында ул ваҡытта Түбә руднигы китапханаһында эшләүсе Мирхәйҙәр Фәйзи ҙур роль уйнай. Әҙәбиәт түңәрәгендә актив ҡатнаша, М. Фәйзи тәҡдиме менән”Сәсән” журналында тәүге шиғыры 1927 йылда баҫыла. “Башҡортостан”, “Башҡортостан йәштәре” гәзиттәрендә яҙыша башлай. 1930 йылда” Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитенә эшкә саҡыралар. Һуңынан ул “Октябрь” журналының яуаплы сәркәтибе, Башҡортостан пролетариат яҙыусыһы ассоциацияһының(БАПП) секретары, Башҡортостан китап нәшриәтендә нәфис әҙәбиәт мөхәррире кеүек вазифаларҙы башҡара, йыл һайын теҙмә, сәсмә китаптар баҫтыра, пьесалар яҙа, ваҡытлы матбуғат биттәрендә төрлө хәбәрҙәр, очерк, ренцензия жанрҙары менән сығыш яһай. 1930 йылда шағирҙың “Эш тауында” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы сыға. 1931 йылда Мәскәүҙә “Суйындар һулышы”, 1932 йылда Ҡазанда татар телендә баҫтыралған”Цехларда” китаптары донъя күрә. Эшсе, совет халҡы тураһында байтаҡ шиғырҙар яҙа. “Луитун”,, “Наборщик”, “Көс” поэмаларын ижад итә. 1933-1937 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Ҡайтҡас”Октябрь” журналанда эшләй. “Баймаҡ”, “Зовод”, “Үрнәк” песьаларын яҙа.” Һалдаттар” романының беренсе вариантын яҙа. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк хәрби хеҙмәткә алына, офицер Сәләх Кулибай Бөйөк Еңеүгәсә яу эсендә була. Көнбайыш Украина, Карпат тауҙарында, Польшала, Чехославакияла рота командиры була, ҡаты яраланып, оҙаҡ айҙар госпиталдә ята. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн || дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән наградлана. Шағир яу осоронда ла ижад итә. “Йондоҙ”(1942) песьаһын яҙа. Ҡылыс образы аша халыҡтың һуғышсан образын сағылдырған “Ҡылыс һәм Аҡназар” шиғырын яҙа. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Башҡортостан яҙыусылар союзында әҙәби консултант, СССР Яҙыусылары союзының Литфонд вәкиле була. Аҙаҡ тиҫтәләгән йылдар китап нәшриәтендә художестволы әҙәбиәт редакторы һәм шул бүлектең мөдире вазифаларын башҡара. Уның илһам сығанағының, иң яҡшы әҫәрҙәренең темаһы һәм сәйәси йүнәлеше тыуған яҡтары, күк Ирәндек буйҙары, үҙе эшләгән Түбә руднигы, тау эшселәренең тормошо һәм уйҙары менән айрылғыһыҙ бәйләнеүен күрһәтергә мөмкин. Унан һуңыраҡ осор 50-60-сы йылдарҙа яҙылған “Аҫылташ”, “Юлдағы уйҙар”, “Һинең менән”, шиғырҙары,” Тауҙар йыры”-эшселәр срныфына арналған поэзияның матур үрнәктәре. Эшселәрҙең яҡты образдарын ул”Яуҙарҙан һуң”, “Оҫталар” кеүек поэмаларында киң планда күрһәтелә. С. Кулибай -әҙәбиәттең төрлө жанрҙарында уңышлы эшләгән әҙип. Уның лирик поэзия, поэма, мәҫәл, юмористик хикәйәләре, породиялары, повестары, песьалар өлкәһендә лә бынамын тигән ҡаҙаныштары бар. Песьалары “Ергә хөкөм”(1931), “Йәшел Яҡуп”(1932),” Теләк”(1940),” Йондоҙ” (1942),” Ҡашҡарҙың үлеме”(1958) һ. б Тәржемә менән дә шөғөлләнә. Башҡорт теленә Пушкиндың байтаҡ әҫәрҙәрен, Лермонтовтың”Беҙҙең заман геройы” романын, С. Щипачевтың” Павлик Морозов”китабын тәржимә итте. Башҡортостан атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәләх Кулибай-үҙенең бына шундай бай ижады менән рухи тормошобоҙға, әҙәбиәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, журналистика үҫешенә ҙур өлөш индергән оло әҙип ул. Тыуған ауылында иң ҙур урам Сәләх Кулибай исемен йөрөтә. Мәктәп алдында стелла ҡуйылған Сәләх Кулибайға һәм Хөсәйен Ҡунаҡбайға арналған. Улар беҙҙең ауылыбыҙҙың ғорурлығы.