Башҡорт теле көнөнә ҡарата
Беҙҙең китапханаға ҡунаҡҡа ҡаланың “Айыуҡай” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе кескәйҙәр килде. Был баҡсала илһөйәр, шуҡ, сая ҡыҙҙар һәм малайҙар тәрбиә ала икән, әле уларҙың баҡсаһында “Башҡорт теле аҙналығы” үтә. Ошо аҙналыҡ сиктәрендә тәрбиәселәр балалар өсөн китапханаға экскурсия ойошторҙолар.
Китапханасы Гөлназ Сабирова балаларға китапхана, уның эшмәкәрлеге, китаптар фонды тураһында һөйләне. Унан һуң кескәйҙәр уҡыу залында, балалар яҙыусыһы Фаҡиһа Туғыҙбаеваның тормош юлы һәм ижады, уның “Алтын асҡыс-бүләккә!”, “Болонда уйнай сәскәләр”, “Һандуғастың тыуған иле” исемле китаптары, шиғыр һәм әкиәттәре менән танышты.
Аҙаҡ, балалар өсөн әкиәт геройы – Мәскәй әбей менән бергә китапханасы төрлө уйындар, күңелле ярыштар ойошторҙо.