logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Баймакская детская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail: baimaklibdo@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-42

Ҡоштар – беҙҙең ҡанатлы дуҫтар!

1 апрель, Халыҡ-ара ҡоштар көнөндә, Баймаҡ балалар модель китапханаһында “Ҡоштар – беҙҙең ҡанатлы дуҫтар!” тип аталған интеллектуаль уйын үтте. Сара ярыш форматында үтеп, унда ҡаланың 4се һанлы лицейының һәм 5се һанлы мәктәбенең 3 класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашты. Әйткәндәй, улар барыһы ла китапхана янында эшләп килгән “Өс таған” ғаилә клубы ағзалары булып тора. Уйынсылар үҙҙәренең командаһы менән таныштырып, йыр, девиз, эмблема тәҡдим иттеләр. Ярыш ҡыҙыу барҙы, командалар бер-береһенән ҡалышмаҫ өсөн бар көсөн һалды. Уйын тамамланып, мәрәйҙәр һаналғаҫ, ике команда ла бер тигеҙ балл йыйғаны асыҡланды. Тимәк, был ике мәктәп араһында үткән ярышта дуҫлыҡ еңде. Афарин, “Өс таған”дар!