Икмәк – бөтәһенә лә баш!
24 октябрь көнө, Баймаҡ балалар модель китапханаһында “Өс таған”ғаилә клубы ағзалары менән “Икмәк бөтәһенә лә баш” исемле сара үтте. Был сараның төп ҡунағы Баймаҡ ҡалаһының “Ҡамыр батыр” икмәк бешереү цехы етәксеһе Тайбугин Ильяс Фәрит улы булды.
Сара өс өлөштән торҙо. Тәүге өлөшөндә Ильяс Фәрит улы менән ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әңгәмә булды. Ул үҙенең баласаҡ хыялдары менән бүлеште, икмәк бешереү серҙәренең быуындан быуынға күсеп килеүе тураһында һөйләне. Уҡыусыларҙың ҡыҙыҡлы һорауҙарына яуап бирҙе. “Икмәккә бәйле ниндәй сетерекле хәлгә ҡалғанығыҙ булды?”-тигән һорауға миҫалдар менән тулы, төплө, фәһемле хәл-ваҡиғалар һөйләне.Үҙ эшенең оҫтаһы, районды, ҡаланы икмәк менән тәьмин итеүсе эшҡыуар менән ғорурланмау мөмкин түгел.
Икенсе өлөшөндә 4-се лицейҙың һәм 5-се мәктәптең “Өс таған ”ғаилә клубы уҡыусылары араһында сәмле, ҡыҙыу ярыш үтте. Тәүге ярышта командалар үҙҙәре менән таныштырып үттеләр. Дүрттәр “Игенселәр” булһа, биштәр “Әпәкәй” командаһы булды. Шулай уҡ, девиздары, дәртле йырҙары менән дә таныштырҙылар. Ярыштың икенсе эше – икмәккә реклама яһау ине. Шундай бай, йөкмәткеле рекламанан һуң был икмәктәрҙе һатып алмау мөмкин түгел ине.
Икмәк – ул халыҡ байлығының иң ҡәҙерлеһе. Ер йөҙөндә икмәк өсөн көндәлек ауыр, фиҙаҡәр хеҙмәт бара. Игенсе алдында беҙ һәр саҡ бурыслы. Бер телем икмәк йөҙөндә ғалимдар, агрономдар, тракторсылар, комбайынсылар, шоферҙар һәм бик күп ауыл хужалығы эшсәндәренең хеҙмәте һынлана.
Ошонан сығып уҡыусылар икмәк табынға килеп еткәнсе ниндәй юлдар үтеүен һөйләп ишеттерҙеләр. Шулай уҡ, икмәк бешереү серҙәрен белеүҙәре бик ныҡ ҡыуандырҙылар. Афариндар!
Икмәк һәм игенсе хаҡында күпме халыҡ мәҡәлдәре, әйтемдәре бар. Игенсегә арнап күпме шиғырҙар, хикәйәләр, повестар, романдар яҙылған. Артабан уҡыусыларҙың икмәк тураһында ниндәй мәҡәлдәр белеүҙәре тураһында ярыш булды, мәҡәлдәрҙең тәүге яртыһын тыңлап, уларҙы дауам итер кәрәк ине.
Икмәк алтындан ҡиммәт.
Икмәк барлыҡ әйбергә баш.
Икмәк – табын ҡояшы.
Ауыҙҙа икмәк – ҡулда көс.
Икмәкле өйҙөң нигеҙе ныҡ.
Икмәкте ырғытма, выжданыңды ырғытаһың һ.б әйтем-мәҡәлдәрҙе белеүҙәрен күрһәттеләр.
Тәмле икмәк еңел генә бирелмәгәнлеген аңланылар. Унда күп кешеләрҙең хеҙмәте һалынған, тире тамғанын һөйләнеләр. Был ғәжәп хазинаны үҫтереүгә кем көс һалған, уны кем бешергән – шуларҙы ҡәҙерләйек һәм һаҡлайыҡ, уларҙы хөрмәт итергә өйрәнәйек тип теләктәрен әйттеләр.
Бөгөнгө көндә илдә бик ауыр ваҡыт бара. Атай, ағайҙарыбыҙ, туғандарыбыҙ тыуған ил, тыуған ер хаҡына көрәшкә бара.
Уҡыусылар һуғыш ваҡытында кешеләр ҙур ауырлыҡтар менән көн иткәндәрен, уларҙың икмәкһеҙ тилмергән саҡтары ла күп булғанын ишетеп уйға ҡалдылар.
Ярыш аҙағында уҡыусылар икмәкте һаҡлау тураһында үҙҙәре ҡағиҙәләр әйттеләр.
1.Икмәкте бер ҡул менән бүлергә ярамай.
2.Валсығын ҡоймаҫҡа.
3.Икмәктең валсыҡтарын йыйып ҡоштарға бирергә.
4.Икмәк киҫәктәрен ташламаҫҡа.
5. Икмәктең башы “бисмилла”.
6.Икмәкте аша атларға ярамай һ.б ҡағиҙәләрҙе ишетеү сараға алған маҡсатыбыҙға ирешкәнбеҙҙер тип уйлайбыҙ.
Ярыш булғас баллдар ҡуйыла, еңеүселәр билдәләнә. Был юлы ике команда ла көслө, тырыш, әҙерлекле булдылар. Был ярышта дуҫлыҡ еңде. Уҡыусылар иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуандылар, ә укытыусылары, етәкселәре ойоштороу комитетынан рәхмәт хаттары алып ҡыуанды. Сара “Ялан батыры” йыры менән тамамаланды.
Ә инде өсөнсө өлөшө балалар өсөн иң тәмлеһе булды, сөнки оҫта ҡуллы әсәйҙәр бешереп ебәргән тәмлекәстәр менән сәй эстеләр.
Икмәк! Кеше уны тәрбиәләп үҫтерһә, ул үҙе кешеләрҙе физик , рухи , әхләҡи яҡтан тәрбиәләй, йәшәүҙең ысын мәғәнәһен , маҡсаттың, хыялдарҙың аңларға ярҙам итә. Икмәк- донъялағы бөйөк бер мөғжизә.