logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Баймакская детская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail: baimaklibdo@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-42

“Йылғалар инештән баш ала” китабының исем туйы

Бөгөн Баймаҡ балалар модель китапханаһының уҡыу залында “Йылғалар инештән баш ала” китабының исем туйы үтте. Сарала китапты төҙөүсе-автор, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мырҙағәлина-Иҫәнбаева Л.Ә., мәғариф ветераны, РФ халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, 13 китап авторы, шағирә, яҙыусы Иҫәнбаева Р.М., БР һәм РФ Яҙыусылар һәм Журналистар берлектәре ағзаһы, шағирә Ишемғужина-Иҙелбаева А.Р., 4-се лицей директоры Тайбугин Б.Ф.,уҡытыусылар, уҡыусылар һәм ата-әсәләр ҡатнашты.

Был китап 2022 йылдың декабрь айында, Сибай ҡалаһының типографияһында 50 дана менән баҫылып сыҡты. Китапҡа ҡаланың 4-се һанлы лицейының 8-10 класс уҡыусылары ижад иткән шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр һәм ҡобайырҙар ингән. Китапҡа баш һүҙҙе шағирә Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева яҙған.

Автор Ләйлә Мырҙағәлина-Иҫәнбаева буласаҡ китапҡа материал йыйыу, уларға төҙәтмәләр индереп, типографияға баҫтырырға биреүе тураһында һөйләне.  Уҡыусыларының ижади эштәрен туплап, айырым китап итеп сығарырға тигән, күптән уйлап йөрөгән ниәтенең, ниһәйәт, тормошҡа ашыуының һөйөнөсө менән бүлеште. Китапханасы Гөлназ Сабирова сарала ҡатнашыусыларҙы китаптың һәр бүлеге менән таныштырып, унда ингән әҫәрҙәр, йәш ижадсылар тураһында мәғлүмәт бирҙе. Ә инде уҡыусылар, үҙ сиратында, тамашасыларға үҙҙәренең шиғыр-хикәйәләрен һөйләп ишеттерҙе, яратҡан авторҙары, әҫәрҙәре тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙе. Барыһы ла, китапта үҙҙәренең исемдәрен күргәс, кисергән шатлыҡ-ҡыуаныстары, хис-тойғолары, киләсәктә лә ижад эшен дауам итергә тигән уй-ниәттәре менән уртаҡлаштылар.

Мәғариф ветераны Иҫәнбаева Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы үҙенең сығышында китапҡа, балаларҙың ижадына ҡарата фекерҙәрен белдерҙе, яңы яҙыша башлаған уҡыусыларға фәһемле кәңәштәрен еткерҙе, Инсаф Зәйнуллин менән Нәркәс Ласыноваларҙы айырым билдәләп, уларға бүләктәр тапшырҙы. Журналист, шағирә, йәш ижадсыларҙы туплаған “Игебай мәктәбе” клубының етәксеһе Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева уҡыусыларҙы ҡеүәтләп, уларға файҙалы кәңәштәрен биреп, яңы яҙыша башлағанда етешһеҙлектәрһеҙ ҙә булмай тороуын, бер кемдең дә әҙер шағир йәиһә яҙыусы булып тыумауын һыҙыҡ өҫтөнә алып, артабан да сәмләнеп ижад итергә саҡырҙы. Шунда уҡ, “Аманат” журналы иғлан иткән “Ижад ҡомары” конкурсы еңеүсеһе, клубтың әүҙем ағзаларының береһе булған Мырҙағәлинә Әҙиләне Маҡтау грамотаһы һәм бүләк менән билдәләп үтте. Әйткәндәй, Әҙиләнең  был китапҡа барлыҡ жанрҙарҙа ла үҙен һынап ҡараған әҫәрҙәре ингән.

Ата-әсәләр исемән сығыш яһаусы Гөлсинә Зәйнуллина, балаларҙың ижади эштәре айырым бер китап булып сығыуына булған шатлыҡ-ҡыуаныстары, балалар менән ғорурланыу тойғолары менән бүлеште. Шулай уҡ, лицейҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Гөлшат Иҫәнбаева, коллегаһын һәм уҡыусыларҙы китап сығыуы айҡанлы ҡотлап, үҙенең изге теләктәрен еткерҙе. Сара аҙағында лицей директоры  Тайбугин Булат Фәрит улы китапҡа ижади эштәре ингән әүҙем уҡыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырып, барыһына ла уңыштар, яңы үрҙәр теләне. 1-се класс уҡыусыһы Әмилә Мырҙағәлинаның мандолинала уйнап, “Урал батыр”  эпосынан өҙөк һөйләгән сығышы сараға тағы ла йәм өҫтәне.