Презинтация книжной выставки “Тылсымлы китаптар илендә”
“Башҡорт китабы аҙналығы” сиктәрендә балалар китапханаһы 3-сө мәктәптең бишенсе синыф уҡыусыларын һәм уларҙың класс етәксеһе Гөлсина Юлдыбаеваны ҡунаҡта ҡабул итте.
Осрашыу «Тылсымлы китаптар илендә» тип аталды, һәм был ябай ғына уҡыу түгел, ә ысын мәғәнәһендәге квест булды. Һәр китап балаларҙан тапҡырлыҡ һәм ижади ҡараш талап итте:
💫 «Урал батыр» эпосы: легендар геройҙың юлын үтеп, уҡыусыларға изге шишмәгә юл һалырға тура килде.
💫 Зәйнәб Биишеваның «Партизан малай» повесы: бында балалар үҙҙәрен ысын разведчиктар итеп тойҙо. Морзе әлифбаһы ярҙамында улар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡалдырған йәшерен хәбәрҙе астылар.
💫 «Ҡурай тарихы» башҡорт халыҡ әкиәте: ә бында иһә балалар фантазияларына ирек бирҙеләр. Уҡыусылар үҙҙәрен яҙыусы ролендә һынап ҡараны һәм матур әкиәттең аҙағын уйлап сығарҙылар.
Сараның икенсе өлөшөндә «Игебай мәктәбе» клубы иғлан иткән «Борон-борон заманда…» әкиәттәр конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде. Шулай уҡ, конкурсанттар Баймаҡ биләмә – ара үҙәк китапханаһының “Әҙәбиәт музейы” менән дә таныштылар.

