logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Баймакская детская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail: baimaklibdo@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-42

“Әсәм теле миңә сәсән теле”

Башҡорт теле көнө — башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелгән көн. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Ф. Хәбировтың указына ярашлы 2019 йылдың 14 декабре башҡорт теле көнө тип билдәләнгән. Башҡорт теле көнөн был көндә билдәләү осраҡлы түгел. Тап 14 декабрьҙә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Был көн, 2015 йылдан башлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ярҙамында Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы башланғысы менән билдәләнә, рәсми рәүештә 2019 йылдан үткәрелә. Үҙ туған телен, ата-әсәләрен, олатайҙарын, йүндәрен өйрәнеү цивилизациялы кеше өсөн мотлаҡ. Беренсенән, был кешенең рухи донъяһын байыта, икенсенән, туған телде өйрәнеүҙе күпкә еңеләйтә.

Ошо уңайҙан Баймаҡ балалар модель китапханаһының “Бәйләнештә” төркөмөндә (https://vk.com/public198602500) “Әсәм теле миңә сәсән теле” исемле поэтик флешмоб үтә.