logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Баймакская детская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail: baimaklibdo@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-42

Тарих эҙҙәре буйлап…

18 апрель Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө билдәләнә. Был көндө “Аманат” клубы ағзалары, 4се һанлы лицейҙың 5 Б класы уҡыусылары, өсөн ҡаланың урамдары буйлап экскурсия ойошторолдо.  Балалар Алдар-батырҙың һәйкәлен, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың бюсын, Рәсәй Федерацияһының Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов төшөрөлгән граффитины ҡаранылар.  Клубтың етәксеһе, китапханасы Зәйнуллина Г.Т. уҡыусыларға тарихи шәхестәрҙең тормош юлы, батырлыҡтары тураһында һөйләне, шулай уҡ, китапхана фондында булған китаптар менән таныштырҙы. Сара аҙағында, уҡыусыларға өйгә эш бирелде – улар ҡаланың тағы ла ниндәй тарихи, иҫтәлекле урындары, һәйкәлдәре барлығы тураһында мәғлүмәт йыйырға тейеш. Экскурсия уҡыусылар өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды.